Милли проекттар
23 Сентябрь 2024, 03:30

Яңы рояль – яңы мөмкинлектәр

Өфөлә яңы “Михаил Глинка” роялен презентациялау үткәрелде. 

Яңы рояль – яңы мөмкинлектәрЯңы рояль – яңы мөмкинлектәр
Яңы рояль – яңы мөмкинлектәр

Х. Заимов исемендәге 13-сө балалар музыка мәктәбендә концерт һәм “Михаил Глинка” яңы роялен презентациялау үтте. Был Рәсәйҙә музыка белемен үҫтереүгә булышлыҡ иткән “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.

Сара барышында махсус ҡунаҡ – А.Шнитке исемендәге Мәскәү дәүләт музыка институтының фортепиано сәнғәте кафедраһы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт фәне кандидаты, профессор Рөстәм Шәйхетдинов булды. Маэстро үҙе яңы ҡоралды, уның яңғырашын һәм характеристикаларын тикшерҙе.

Рөстәм Шәйхетдинов уҡыусылар менән бергәләп тамашасыларға бай тембрҙы, сағыу биҙәлеште һәм яңы ролдең тауыш палитраһы нескәлектәрен күрһәтте. Иҫ киткес башҡарыуҙа Ф. Шопен, К. Черни, С. Рахманинов һәм Ф. Мендельсондың әҫәрҙәре яңғыраны.

– Х. Заимов исемендәге 13-сө балалар музыка мәктәбе был тантаналы сараны “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында ҙур шатлыҡ менән үткәрҙе. Һәр мәктәп өсөн яңы рояль алыу – яңы мөмкинлектәр. Ул йәш музыканттарҙы уҡытыу һәм ижади яҡтан үҫтереү өсөн алмаштырғыһыҙ ҡорал буласаҡ. Яңы рояль уларға һәләттәрен камиллаштырырға, ҡатмарлы әҫәрҙәр башҡарырға һәм музыка сәнғәтендә яңы үрҙәргә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләне 13-сө музыка мәктәбе директоры Гөлнара Шадмонова.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Мәҙәниәт министрлығы.

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас