Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь , 11:30

Борай районында тағы бер агрокласс асылды

Был әһәмиәтле сара ауыл хужалығы һөнәрҙәрен популярлаштырыуға һәм абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән “Агрокластар” федераль мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыуҙа сираттағы аҙым булды.

Борай районында тағы бер агрокласс асылды
Борай районында тағы бер агрокласс асылды

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Борай районында урынлашҡан 3-сө урта мәктәптә мөһим ваҡиға булды – йәнә бер агрокласс асылды.

Был әһәмиәтле сара ауыл хужалығы һөнәрҙәрен популярлаштырыуға һәм абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән “Агрокластар” федераль мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыуҙа сираттағы аҙым булды. 20 бала был класта тәжрибәле педагог Айгөл Билалова етәкселегендә уҡыясаҡ.

Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла ауыл мәктәптәрендә агрокластар булдырыуҙың мөһимлеген билдәләне. Балаларға һорау менән ҡулланған ғына түгел, республикабыҙ үҫеше өсөн бик кәрәкле аграр йүнәлешле һөнәрҙе аңлы рәүештә һайларға ярҙам итеү – проекттың төп маҡсаты.

"Агрокласын асыу балаларыбыҙға белем биреүҙә мөһим этап булыр тип ышанабыҙ. Ул улар алдында белем һәм күнекмәләр офоҡтарын асыр, шулай уҡ ауыл хужалығының мауыҡтырғыс донъяһына сумырға мөмкинлек бирер ", - тип билдәләне Борай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары - ауыл хужалығы һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү идаралығы начальнигы Илвер Нурмөхәмәтов.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Борай районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: