Милли проекттар
28 Сентября 2024, 04:30

Йәш эшҡыуарҙарға ярҙамға

Өфө йүнселе үҙенең бизнесын киңәйткән.

Йәш эшҡыуарҙарға ярҙамғаЙәш эшҡыуарҙарға ярҙамға
Йәш эшҡыуарҙарға ярҙамға

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) буйынса күрһәтелгән микрофинанс дәүләт ярҙамы Өфөнән йәш эшҡыуарға массажерҙар, спа-салоны өсөн кәрәкле ҡорамалдар алырға булышлыҡ иткән. Шулай уҡ 600 мең һум күләмендәге аҡса уникаль авторлыҡ косметика брендының ассортиментын киңәйтергә лә мөмкинлек бирә.

 -Башҡортостандың микрокредит компанияһы эш башлағанда отошло шарттарҙа займдар тәҡдим итә. Ике йылдан да аҙыраҡ ваҡыт эшләп килгән башланғыс бизнес өсөн йыллыҡ 8 процент менән 5 миллион һумға тиклем займ алыу мөмкинлеге бар. Был шарттар уңайлы. Эшҡыуарҙарға әйләнештәге аҡсаларын һөҙөмтәле тулыландырырға,  үҫешкә инвестицияларға, үҙенең эшмәкәрлеген киңәйтергә юл аса, - ти Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. 

 Айгөл Губачева бизнес менән бер йыл шөғөлләнә һәм уны киңәйтергә ниәтләй. Был өлкәнең барлыҡ нескәлектәрен өйрәнеү өсөн ул массаж һәм спа-технолог мастерына уҡыу үткән. Шулай уҡ квалификация күтәреү курсын тамамлаған. Бынан тыш, эшҡыуар үҙенең хәүефһеҙ спа-программаларын булдырған. Яҡын көндәрҙә ул иркенерәк бинала яңы адрес буйынса салон асырға ниәтләй.

 Милли проекттар 2019 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас