Милли проекттар
30 Сентябрь 2024, 11:25

Ишембайҙа "Милләттәр кросы" уҙҙы

Күмәк йүгереүҙә муниципаль ойошмалар, предприятиелар, уҡыу йорттары, шулай уҡ ауыл биләмәләре командалары ҡатнашты.

Ишембайҙа "Милләттәр кросы" уҙҙыИшембайҙа "Милләттәр кросы" уҙҙы
Ишембайҙа "Милләттәр кросы" уҙҙы

Бөтә Рәсәй йүгереү көнө сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында йыл һайын үткәрелеүсе "Милләттәр кросы" үтте, ул "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты маҡсаттарына ярашлы уҙҙы. Күмәк йүгереүҙә муниципаль ойошмалар, предприятиелар, уҡыу йорттары, шулай уҡ ауыл биләмәләре командалары ҡатнашты.

Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 600, 1000 һәм 2000 метр араға йүгереү ойошторолдо. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәренең маршруттарын лайыҡлы үтте, ә иң етеҙҙәре миҙалдар һәм грамоталарға лайыҡ булды. Команда зачётында урындар түбәндәгесә билдәләнде:

Ауыл советтары: беренсе урын -Ишәй ауыл советы, икенсе урында -Маҡар ауыл советы, өсөнсө урында - Петровск ауыл советы.

Уҡыу йорттары: беренсе урын – Ишембай нефть колледжы, икенсе урын – А.В.Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусы, өсөнсө урында - Ишембай һөнәрселек колледжы.

Предприятиелар һәм учреждениелар: беренсе урында – райондың Мәҙәниәт учреждениелары, икенсе урында – Рәсәй Һалым хеҙмәтенең 25-се район-ара инспекцияһы, өсөнсө урында - 32-се балалар баҡсаһы.

"Сәләмәт йәшәү рәүеше Рәсәй йәмғиәтендә ныҡлы позицияларҙы биләй. Көрәш менән мауығыуығыҙмы, күнекмәләр залына йөрөйһөгөҙмө йәки паркта йүгерәһегеҙме – мөһим түгел, иң мөһиме һаулыҡ өсөн файҙа “, - тип билдәләне сараны ойоштороусылар.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ишембай районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас