Өфөнөң 4-се балалар музыка мәктәбенә яңы уйын ҡоралдары алынған. РФ Президенты В. В. Путин указы буйынса барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, 10 скрипка, баян, фортепиано, һуҡма музыка ҡоралдарына тауыш яҙҙырыу студияһында ҡулланыу өсөн ҡорамал һатып алынған. Яңылыҡты республиканың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә.
“Был уҡыусыларыбыҙға төрлө конкурс, концерттарҙа солист булараҡ ҡатнашыу мөмкинлектәрен аса. Йәш таланттарға күрһәткән ярҙам, балалар музыка мәктәптәрендә мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереүгә бүлгән иғтибар өсөн “Мәҙәниәт” милли проектына, Мәҙәниәт министрлығына ифрат рәхмәтлебеҙ”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша мәктәп директоры Александр Чернов.
Бынан тыш, теоретик дәрестәр кабинеттары уҡыу материалдары менән тулыландырылған. 2018 йылдан алып был мәктәптә компьютер технологияларына өйрәтеү буйынса һабаҡтар ойошторола. Дәрестәр бер юлы бер нисә йүнәлештә, төрлө программаларҙы ҡулланып үткәрелә – музыкаль мөхәррир, көй яҙыу, аудиофайлдарҙы яҙҙырыу һәм мөхәррирләү, һүрәттәрҙе эшкәртеү һәм башҡалар. Техник мөмкинлектәре буйынса байтаҡҡа ҡеүәтлерәк яңы ноутбук та һатып алынған, был тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ проекттар эшләргә мөмкинлек бирә.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.