Милли проекттар
4 Октября 2024, 03:30

Популярлығы көндән-көн арта

Баш ҡалала Көнсығыш сығыу юлы буйынса ярты йылда 2,7 миллион автомобиль үткән. 

Популярлығы көндән-көн артаПопулярлығы көндән-көн арта
Популярлығы көндән-көн арта

2024 йылдың 1 апреленән “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы буйлап 2,7 миллион автомобиль үткән. Көн һайын 15 меңгә яҡын водитель яңы юлға сыға. Сентябрҙә был юлдағы трафик, файҙаланыуҙың беренсе айы менән сағыштырғанда, 21 процентҡа артҡан.

Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова Көнсығыш сығыу юлы Өфөнөң төп транспорт артерияларын бушата алды тип билдәләне. Күп кенә водителдәр яңы юлдың өҫтөнлөгөн баһалаған да инде: ул уңайлы ғына түгел, юлда ваҡытты ла ҡыҫҡарта, шулай уҡ яғыулыҡты экономияларға мөмкинлек бирә.

Граждандарға уңайлы булһын өсөн аҡса алыу пунктында һәр йүнәлештә бишәр касса эшләй. Уларҙың өсәүһе – банк картаһы буйынса ғына, икәүһе карта буйынса ла, ҡулаҡса менән дә түләүҙе ҡабул итә. Бынан тыш, водителдәрҙең бер өлөшө транспондерҙарҙы әүҙем ҡуллана, был иһә аҡса алыу пункты аша үтеү ваҡытын ярайһы уҡ ҡыҫҡарта.

2024 йылдың октябренә водителдәр бөтә хәрәкәт һыҙаттары буйлап транспондерҙар буйлап йөрөй ала. Киләсәктә улар өсөн һәр йүнәлештә айырым тиҙлек һыҙаты ҡарау күҙаллана. Был водителдәргә түләү урынын сәғәтенә 20-30 километр тиҙлектә туҡтамайынса үтергә мөмкинлек бирә, был иһә түләү алыу пунктының үткәреү һәләтен күпкә арттыра, тип асыҡлыҡ индерҙе Любовь Минакова.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Көнсығыш сығыу юлында Рәсәйҙең түләүле юлдарында файҙаланырға мөмкин булған бар эмитет транспондерҙары ла эшләй. Көнсығыш сығыу юлы буйлап түләүгә бәйле бөтә һорауҙар менән “Автодор - Түләүле юлдар” берҙәм бәйләнеш үҙәгенең ҡыҫҡа номерына шылтыратырға мөмкин: 2323. Төбәк кодын индерергә кәрәкмәй.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас