Милли проекттар
5 Октябрь 2024, 02:30

Ауылдаштар ҡәнәғәт

Заманса медицина пунктына 35 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Глүсә Ғәббәсова етәкселек итә.

Ауылдаштар ҡәнәғәтАуылдаштар ҡәнәғәт
Ауылдаштар ҡәнәғәт

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Илеш районының Илеш ауылында йыл башында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы ҙур ваҡиға булды. Проекттың маҡсаты – медицина ярҙамын, пациенттар ихтыяжынан сығып, халыҡ йәшәгән ергә яҡынайтыу.

Бинаның тап ауыл уртаһында урынлашыуы уңайлы. Яңы ФАП-та медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә, пациенттар өсөн дә бөтә тейешле шарттар булдырылған. Процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә бар. Бында медицина-санитар ярҙамын 233 кеше ала. Заманса медицина пунктына 35 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Глүсә Ғәббәсова етәкселек итә.

– Халыҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуын оҙаҡ көттө. Хәҙер улар ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерә. Бындағы яҡты, уңайлы мөхит һәммәһенә лә оҡшай, – ти фельдшер.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас