Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Октябрь , 10:30

Ҡыйғы районында “Аэрофеникс” берекмәһе асылды

Бында белем алғандар пилотһыҙ осоу аппараттары ҡоролмаһы нигеҙен, уның бөтә системалары эше принцибын һәм уларҙың берлектәге эшмәкәрлеген аңларға, шулай уҡ БПЛА менән идара итергә өйрәнәсәк.

Ҡыйғы районында “Аэрофеникс” берекмәһе асылды
Ҡыйғы районында “Аэрофеникс” берекмәһе асылды

Ҡыйғы районының пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуға яңы урындар булдырыу маҡсатында районда беренсе “Аэрофеникс” техник йүнәлештәр берекмәһе асылды.

Бында белем алғандар пилотһыҙ осоу аппараттары ҡоролмаһы нигеҙен, уның бөтә системалары эше принцибын һәм уларҙың берлектәге эшмәкәрлеген аңларға, шулай уҡ БПЛА менән идара итергә өйрәнәсәк. Берекмә эшмәкәрлеге өсөн бөтә кәрәк нәмә лә бар: дәрестәр өсөн йыһазландырылған кабинет, һигеҙ уҡыу һәм педагог өсөн бер профессиональ квадрокоптер. Бында балаларҙы уҡытасаҡ конструкторлау һәм программалау программаһы пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйырға, файҙаланырға һәм уларҙы хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Саҡырылған ҡунаҡтарға уҡыусылар яңы ҡорамалда нисек эшләргә өйрәнгәндәрен күрһәтте.

Программаның маҡсаты – пилотһыҙ авиация системаһы өлкәһендә компетенциялар булдырыу, уҡыусыларҙың ижади һәм ғилми һәләттәрен үҫтереү, проект саралары ойоштороу, заманса ҡорамалдар, технологиялар һәм материалдар ярҙамында аэрофототөшөрөү нигеҙҙәренә өйрәтеү.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ҡыйғы районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: