Хәҙер 283 йортта йәшәүселәр интернет, интерактив телевидение һәм видеокүҙәтеүҙе тоташтыра ала. Эш «Һанлы иҡтисад» (национальный проект “Цифровая экономика”) милли программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылды.
- Элемтә операторҙары селтәрҙәрҙе үҙ средстволары иҫәбенә үҫтерә. Әммә проект республикала дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә тормошҡа ашырыла. Беҙҙең дөйөм маҡсат – элек был хеҙмәттәргә инеү мөмкинлеге булмаған райондарҙа элемтә һәм интернет тәьмин итеү, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Асыҡ интернет 2.0» проекты – Башҡортостан Хөкүмәте башланғысы менән ойошторолған уникаль проект, Уны Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы «Ростелеком» компанияһы менән берлектә тормошҡа ашыра. Проект быйыл меңдән кәмерәк кеше йәшәгән 24 ауылда заманса элемтә инфраструктураһы төҙөргә һәм алты меңгә яҡын йорт хужалығын интернетҡа тоташтырырға ниәтләй. Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы быйыл проектҡа ингән 24 тораҡ пункттың исемлеген баҫтыра:
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һанлы иҡтисад» (национальный проект “Цифровая экономика”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.