Өлкән йәштәге эш эҙләүселәрҙең “Демография” милли проекты буйынса бушлай ҡайтанан уҡыу йәки квалификацияһын арттырыу мөмкинлеге бар. Был турала ентеклерәк белер һәм ғариза ҡалдырыр өсөн “Работа России” порталына инер кәрәк.
Любовь Беляева һөнәре буйынса шарап эшләүсе, ләкин ғүмеренең ҙур өлөшөн документтар менән эшләп үткәргән. Уға Башҡортостандың Студенттар отрядында методист вазифаһын тапҡандар. Эш биреүсене кандидаттың тәжрибәһе һәм яуаплылығы ҡыҙыҡтырған. Әле ул архив документтарын, реестрҙарҙы, протоколарҙы яңынан тикшереү һәм иғтибарлыҡ талап иткән башҡа эш менән шөғөлләнә.
“Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәте бөтә категория граждандары менән дә әүҙем эшләй – декреттағы әсәйҙәр, инвалидтар, эш тәжрибәһе булмаған йәштәр, оҙаҡ ваҡыт эшләмәй торғандар һәм башҡалар. Беҙҙең ярҙам менән эште 14 йәштән алып үҫмерҙәр таба ала. Шул уҡ ваҡытта был йәштең сиге юҡ. Әгәр кешенең теләге бар икән, хеҙмәткәрҙәр уға нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан эш табышып бирәсәк”, – тине республика кадр үҙәге директоры Ридан Әхьямов.
Шуныһы, йыл башынан Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәте аша 60 йәштән өлкән 1,1 мең кеше эш тапҡан. Күберәге улар һаҡсылар, автомобиль водителе, юл эшселәре, ҡаҙанлыҡ операторҙары, вахтерҙар һәм тракторсылар булып эшкә урынлашҡан.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрығы.