Салауат районы Малаяҙ ауылының балалар сәнғәт мәктәбе яңы музыкаль инструменттар, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары алған. Был “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында мөмкин булды, уның төп йүнәлештәренең береһе – балаларға үҫешеү һәм һәләттәрен арттырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыу. Федераль проекттың маҡсатлы күрһәткестәре араһында балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәрен яңы музыка инструменттары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары менән тәьмин итеү тора.
“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә белем биреү учреждениеһына федераль аҡсаға саксофон һәм ике торба, рояль, ике фортепиано, шулай уҡ интерактив таҡта, тауыш аппаратураһы, ноутбуктар, принтер, уҡыу әсбаптары һәм әҙәбиәт, күнекмә пэдтары һәм хор станоктары алынған.
“Беҙҙең мәктәптең яңы этабы башланды. Милли проект ярҙамында барлыҡҡа килгән инструменттар һәм ҡорамалдар тәрбиәләнеүселәребеҙгә сифатлыраҡ белем алырға һәм үҙ һәләттәрен нығыраҡ асырға ярҙам итәсәк”, – тине мәктәп директоры Анфиса Хөснөтдинова.
Балалар сәнғәт мәктәбе Малаяҙҙа 1967 йылда асылған. Әле бында 392 бала шөғөлләнә. Уҡыу йортоноң балаларҙы уҡытыуҙан тыш тағы бер мөһим бурысы булып уларҙы төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыуға әҙерләү тора. Һуңғы йылдарҙа ғына мәктәптең күп тәрбиәләнеүселәре зона, республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары һәм дипломанттары булған. Шулай уҡ балалар әүҙем рәүештә төрлө конкурстарҙа, концертарҙа, ҡала һәм республика сараларында ҡатнаша.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Салауат районы хакимиәте.