Милли проекттар
17 Октябрь 2024, 03:30

Ауырғазы районында Үҙән йылғаһы аша күпер ремонтланасаҡ

Барлыҡ эштәр 2026 йылда тамамланырға тейеш.

Ауырғазы районында Үҙән йылғаһы аша күпер ремонтланасаҡАуырғазы районында Үҙән йылғаһы аша күпер ремонтланасаҡ
Ауырғазы районында Үҙән йылғаһы аша күпер ремонтланасаҡ

Башҡортостандың Ауырғазы районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында Бишҡайын ауылы янында Үҙән йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлау ҡаралған. 39 погон метр оҙонлоҡтағы бер тороҡло күперҙе тейешле хәлгә килтереү күҙаллана. Әлеге ваҡытта подрядсы ойошма күперҙең тирә-яғын тикшерә.

– Күпер Талбазы –Красноусол юлында урынлашҡан. Был популяр туристик йүнәлеш. Юл Красноусол ауылына, шулай уҡ билдәле шифалы һәм изге сығанаҡтарға илтә. Шуға күрә бында трафик ярайһы уҡ юғары һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ йөрөүҙе тәьмин итергә кәрәк, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Ремонт ваҡытында күпер буйлап хәрәкәт сикләнәсәк. Юлды тәьмин итеү маҡсатында подрядсылар ваҡытлыса урау юл һалған. Уның буйлап хәрәкәтте светофор көйләй. Барлыҡ эштәр 2026 йылда тамамланырға тейеш.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас