Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Октябрь , 11:30

Күрһәткестәр арта һәм был ҡыуандыра

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 4,6 процентҡа артҡан. 

Күрһәткестәр арта һәм был ҡыуандыра
Күрһәткестәр арта һәм был ҡыуандыра

2024 йылдың 10 октябренә Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,6 процентҡа тиерлек артҡан һәм хәҙер уларҙың дөйөм һаны 138,2 мең тәшкил итә. Күрһәткестәрҙең артыуына “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу булышлыҡ иткән.  

– Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ секторы иҡтисадта мөһим роль уйнай һәм үҫешеүен дауам итә. Статистика буйынса, төбәктәге һәр өсөнсө кеше был өлкәлә эшләй. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары секторында мәшғүлдәр һаны 578,9 мең тәшкил итте, был йыл башындағы күрһәткестән 5,5 процентҡа юғары, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Төбәктә 244,4 мең үҙмәшғүл теркәлгән, уларҙың һаны ағымдағы йылда 31,3 процентҡа артҡан, был халыҡтың табыш алыу һәм үҙ оҫталыҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр эҙләүен раҫлай.

Төбәктә бизнесҡа эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары ярҙам күрһәтә. Льготалы микрозаймдар, лизинг, гарантиялар рәүешендә финанс ярҙам саралары бирелә. Әйтәйек, 2024 йылдың 9 октябренә Башҡортостан Республикаһының Төбәк лизинг компанияһы 50 алыусыға 282,6 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтте, был алыусылар һанынан 35,1 процентҡа һәм 2023 йылдың ошо уҡ осорондағы дөйөм сумманан 2,8 процентҡа күберәк.

Башҡортостан Республикаһының “Минең бизнесым” үҙәктәре төбәктә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһының төп элементтары булып тора. Ағымдағы йыл башынан алып үҙәк белгестәре төбәктең ғәмәлдәге һәм яңы эш башлаған эшҡыуарҙарына 8,4 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәткән.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: