Биш йыл эсендә Башҡортостанда 1,5 мең яңы спорт объекты төҙөргә уйлайҙар. Улар араһында туғыҙ физкультура-һауыҡтырыу комплексы, биш бассейн, ике боҙ аренаһы һәм дүрт стадион бар. Шулай уҡ Бокс прогресы үҙәген һәм Теннис академияһын төҙөү планлаштырыла. “Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт алдында маҡсаттар ҡуйҙы”, - тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.
“Бөгөн Башҡортостан алдынғы спорт төбәктәренең береһе булып тора. Республикала физкультура һәм спорт менән ике миллиондан ашыу кеше даими шөғөлләнә. Үҫеште күрәбеҙ һәм уның ҡайҙан икәнлеген аңлайбыҙ. Һуңғы алты йылда Башҡортостандағы спорт тармағының берләштерелгән бюджеты ике тапҡырҙан ашыуға артты – 10,2 миллиард һумға тиклем. Спорт объекттары һаны буйынса беҙ илдә өсөнсө урында - уларҙың һаны беҙҙә 13 меңдән аша”, - тип хәбәр иткәйне Андрей Назаров.
Быйыл республика бюджетынан 222 миллион һумдан ашыу аҡса 96 төбәк федерацияһына бүленде. Башҡортостан Башлығы Гранттары бирелгән ике йыл эсендә 56 спорт башланғысы яҡынса 80 миллион һумға баһаланған. Йыл һайын 50 миллион һум аҡса ойошмаларға күмәк кеше ҡатнашҡан спорт сараларын ойошторорға булышлыҡ итә. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Әүҙем һәм оҙон ғүмер” (национальный проект “Активная и долгая жизнь”), “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекттары бурыстарын тормошҡа ашыра.
Автор фотоһы.