Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Октябрь , 12:30

Эштәр тамамланып бара

Лифттарҙы алмаштырыу күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау буйынса эштәр исемлегенә инә.

Эштәр тамамланып бара
Эштәр тамамланып бара

“Ағымдағы йылда республикала 179 күп фатирлы йортта 428 лифтты алмаштырыу маҡсаты тора. Был эштәр тамамланыуға бара”, - тип хәбәр итте республиканың торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.

374 лифт ҡуйылған, 54-е ҡуйылыу өҫтөндә. Башҡортостандағы был лифттарҙың яртыһы Беларусь Республикаһында етештерелгән. Улар энергия йәһәтәненән һөҙөмтәле тип иҫәпләнә. Лифттарҙы алмаштырыу күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау буйынса эштәр исемлегенә инә. Ә был эштәрҙе атҡарыу иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашыра.

Йыл һайын республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында скверҙар, парктар, йәмәғәт урындары үҙгәртеп ҡорола.

Әйткәндәй, милли проект уртаса етешлектә йәшәгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе, уны ипотека файҙаланып һатып алыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы, торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуҙы, шулай уҡ ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреүҙе күҙ уңында тота.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: