Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Октябрь , 12:15

Салауаттағы аллеяны танымаҫһығыҙ әле!

Майҙансыҡтағы барлыҡ ағастар ҙа үҙәк композицияны барлыҡҡа килтерәсәк.

Салауаттағы аллеяны танымаҫһығыҙ әле!
Салауаттағы аллеяны танымаҫһығыҙ әле!

Салауат ҡалаһында Салауат Юлаев бульварынан Бочкарев урамынан Островский урамына тиклемге аллеяның икенсе өлөшөн көҙ аҙағына тиклем тамамлаясаҡтар, тип хәбәр итте республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ремонт эштәре атҡарылған биләмә яҡынса ике гектар тәшкил итә. Яңыртылған аллеяла сәскә композицияларын булдыралар, йәшелләндереү маҡсатынан эштәр атҡаралар, мәҫәлән, сирендең төрлө сорттарын ултыртыу планлаштырылған. Ағас күләгәһе аҫтында тыныс ял итеү өсөн зона, шул иҫәптән шахмат, шашка һәм домино уйнау өсөн ҡоролмалар буласаҡ. Бынан тыш, эскәмйәләр, ут яҡтыртҡыстар һәм башҡалар барлыҡҡа киләсәк.

Аллеяла Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү эштәре бара. Был монументаль фигура эргәһендә сараларҙы уңайлыраҡ үткәреү өсөн дә кәрәк. Майҙансыҡтағы барлыҡ ағастар ҙа үҙәк композицияны барлыҡҡа килтерәсәк. Постамент эргәһендә клумбалар хасил буласаҡ. Улар милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың декоратив һыны ролен үтәйәсәк. Был барлыҡ матур үҙгәрештәр ҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект «Жилье и городская среда») бурыстарын үтәргә булышлыҡ итә.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: