Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Октябрь , 10:30

Иглин районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте

Ултырышта ҡатнашыусылар иғтибарына өс проект тәҡдим ителде.

Иглин районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте
Иглин районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте

Иглин районы хакимиәтендә 50-се “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелде. Унда төбәк башҡарма власть органдары һәм район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Осрашыуҙы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Андрей Коннов алып барҙы. Бындай бизнес-осрашыуҙар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.

Ултырышта ҡатнашыусылар иғтибарына өс проект тәҡдим ителде.

Беренсе проектты шәхси эшҡыуарҙар Андрей Лукьянов һәм Александр Володин тәҡдим итте. Улар заманса һәм юғары сифатлы ағас йорттар төҙөү өсөн етештереү майҙансығы булдырыуҙы, шулай уҡ ағастан биҙәү материалдары етештереүҙе маҡсат итеп ҡуйған ағас эшкәртеү производствоһы төҙөргә тәҡдим итте. Проект сиктәрендә 10 эш урыны булдырыу планлаштырыла. Ғәмәлгә ашырыу алдағы өс йылға билдәләнгән.

“Йәшел мөхит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле Рәмил Дәүләтханов “Икенсел сеймал йыйыу һәм уны утилләштереү” проекты менән таныштырҙы. Проекттың асылы халыҡтан төрлө ҡалдыҡтар һатып алыуға ҡайтып ҡала. Йәмәғәт ҡабул итеү пункты Иглинда урынлашасаҡ.

“РОСТИНВЕСТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Мусихин “М5 - Урал трассаһында юл буйы сервисы объектын төҙөү” проекты менән таныштырҙы. Проекттың концепцияһы кафе, автомобиль туҡталҡаһы, автомобилдәр өсөн электр заряд станцияһы, шулай уҡ логистик-келәт комплексы төҙөүҙе үҙ эсенә ала. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 25 эш урыны булдырыласаҡ.

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусыларға инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр эшкәртеү бурысы йөкмәтелде. Бөтә проекттар ҙа хупланды.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Иглин районы хакимиәте.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: