Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Октябрь , 08:30

Малаяҙ дауаханаһына яңы аппарат алынды

Аппаратта юғары квалификациялы белгестәр – табип-рентгенолог Ринат Заһиҙуллин һәм рентген-лаборант Артур Хөснуллин эшләйәсәк.

Малаяҙ дауаханаһына яңы аппарат алынды
Малаяҙ дауаханаһына яңы аппарат алынды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Салауат районының Малаяҙ дауаханаһы заманса медицина ҡорамалы – компьютер томографы алды.

Компьютер томографияһы төрлө сирҙәрҙе теүәл асыҡлау, ваҡытында диагностикалау  өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Патологик үҙгәрештәрҙе иртә асыҡлау сирҙең башында уҡ дауалауҙы башларға ярҙам итә.

Хәҙер Салауат районы халҡы  медицина тикшереүен ваҡытында өйгә яҡын урында үтеү мөмкинлегенә эйә. Процедура хәүефһеҙ һәм юғары сифатлы. Нур дозаһы түбән, һүрәттәре аныҡ. Аппаратта юғары квалификациялы белгестәр – табип-рентгенолог Ринат Заһиҙуллин һәм рентген-лаборант Артур Хөснуллин эшләйәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 Фото:https://vk.com/maloyazcrb02 

 

Малаяҙ дауаханаһына яңы аппарат алынды
Малаяҙ дауаханаһына яңы аппарат алынды
Малаяҙ дауаханаһына яңы аппарат алынды
Малаяҙ дауаханаһына яңы аппарат алынды
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: