Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Октябрь , 09:30

Он экспортлау арта

Башҡортостан был күрһәткесте өс тапҡырға арттырған.

Он экспортлау арта
Он экспортлау арта

Республика аграрийҙары эшкәтелгән продукцияны экспортлау күләмен арттырғандан-арттыра, тип хәбәр итә Рәсәй Ауыл хужалығы күҙәтеүенең Башҡортостан буйынса идралығының матбуғат хеҙмәте.

Сит илгә продукцияны оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы башҡарыла (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”).

Мәҫәлән, бер йыл эсендә республиканан ондо экспортлау өс тапҡырға артҡан: элек 12,5 мең тонна булһа, 2023 йылда был һан - 4,3 мең тонна. Төбәк предприятиелары бойҙай һәм арыш онон Азербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Үзбәкстанға оҙатҡан.

Башҡортостан аграр продукцияны донъяның 44 иленә ебәрә. Сентябрь аҙағына алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республика 450 мең тоннанан ашыу продукция экспортлаған.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

 Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: