Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Октябрь , 09:30

Ағиҙелдә ҡаланың яр буйы яңыртылды

Ял итеү зоналары, мангал зоналары, туҡланыу пункттары, спорт майҙансыҡтары, шезлонгалы пирстар, һыу аттракциондары – былар барыһы ла хәҙер үҙенсәлекле ял итеү һәм күңел асыу мөхитен булдыра.

Ағиҙелдә ҡаланың яр буйы яңыртылды
Ағиҙелдә ҡаланың яр буйы яңыртылды

Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһында ҡала ярын төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылды. Был биләмә "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Проекттың төп маҡсаты заманса йәмәғәт киңлеге булдырыу һәм һыуға берҙән-бер имен сығыу юлын биҙәү ине.

Пляж биләмәһендә тамашасылар өсөн урындар менән сәхнә, урам тренажёрҙары һәм пляж волейболы менән спорт зонаһы, кейем алмаштырыу өсөн кабиналар, ҡотҡарыу вышкаһы, ял итеү һәм уңайлы һыуға төшөү урыны барлыҡҡа килде. Пирстар йәйәү йөрөү һәм фотосессия өсөн матур урынға әйләнде.

Ял итеү зоналары, мангал зоналары, туҡланыу пункттары, спорт майҙансыҡтары, шезлонгалы сумғалар һәм пирстар, һыу аттракциондары – былар барыһы ла хәҙер үҙенсәлекле ял итеү һәм күңел асыу мөхитен булдыра.

Биш йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы муниципалитеттарында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә дөйөм алғанда 7 млрд һумдан ашыу суммаға 683 йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелгән. 2024 йылда дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумлыҡ йәнә 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Программа республиканың 67 тораҡ пунктында тормошҡа ашырыла. 2025 йылға Башҡортостан йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу буйынса юғары темптарҙы һаҡларға ниәтләй.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: