Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Октябрь , 10:30

Ҡаланың төп аллеяһында эштәр тамамлана

Тыныс ҡына ял итеүгә тәғәйенләнгән, шахмат, шашка, домино уйнарға урындар булдырыу ҙа ҡаралған.

Ҡаланың төп аллеяһында эштәр тамамлана
Ҡаланың төп аллеяһында эштәр тамамлана
Салауат ҡалаһында көҙ ахырына тиклем Салауат Юлаев бульварының Бочкарев урамынан Островскийға тиклемге ерендә аллеяның икенсе өлөшөн төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла. Был хаҡта БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Бындай урындарҙы "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проктының (национальный проект "Жилье и городская среда") "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" йүнәлеше буйынса федераль финанслау ярҙамында күркәмләндерергә мөмкин. Йунәтелә торған майҙан ике гектар тирәһе тәшкил итә. Яңыртылған аллея сәскә композициялары, башҡа үҫенте, ағастар менән биҙәлә, парк йыһазы һәм декоратив пергола ҡуйыла. Бында төрлө сорт сирень ҡыуаҡтары ултыртыу ҙа ҡаралған, улар парктың көнбайыш өлөшөн биҙәйәсәк. Тыныс ҡына ял итеүгә тәғәйенләнгән, шахмат, шашка, домино уйнарға урындар булдырыу ҙа ҡаралған. Эскәмйәлар, сүп һауыттары, яҡтыртҡыстар ҡуйыла. С.Юлаев һәйкәленең тирә-яғы ла күркәмләндерелә. Майҙансыҡтағы бөтә ағас та һаҡланып, улар үҙәк композиция эсенә индерелгән. Постамент тирәләй түтәл яһалып, ул батыр бюстын ҡаймалап торасаҡ. Аллеяның көньяғында машиналар ҡуйыу өсөн туҡталҡа ла булдырыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли прокты РФ Президенты В.В. Путин башланғысы менән барлыҡҡа килде. Уның ярҙамында Башҡортостандың бик күп урындары төҙөкләндерелде. Милли проектты тормошҡа ашырыу дауам итә. 
 
Мәғлүмәт: БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы.
Ҡаланың төп аллеяһында эштәр тамамлана
Ҡаланың төп аллеяһында эштәр тамамлана
Ҡаланың төп аллеяһында эштәр тамамлана
Ҡаланың төп аллеяһында эштәр тамамлана
Ҡаланың төп аллеяһында эштәр тамамлана
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: