Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Октябрь , 08:30

Пластик шешәләр йыйыу буйынса экологик рекорд ҡуйылды

Сара “Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы тамамланған көндә “Экология” милли проекты ярҙамында үтте.

Пластик шешәләр йыйыу буйынса экологик рекорд ҡуйылды
Пластик шешәләр йыйыу буйынса экологик рекорд ҡуйылды

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө барышында экологик рекорд ҡуйылды. СИБУР пластик ҡалдыҡтар йыйыу буйынса рекордлы планкаға өлгәшеү хаҡында иғлан итте – компания ике миллиард пластик шешә йыйыуға һәм эшкәртеүгә булышлыҡ итте. Сара “Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы тамамланған көндә “Экология” милли проекты ярҙамында үтте.

Пластик шешәләр аҙыҡ-түлекте ҡаптарға төрөү өсөн тәғәйенләнгән, составына эшкәртелгән пластиктың 30 процентҡа тиклемен үҙ эсенә алған Vivilen rPET гранулаһын етештереүҙә файҙаланыла. Форум сиктәрендә пластик ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу ойошторолдо, улар эшкәртеүгә оҙатыласаҡ һәм ҡабаттан аҙыҡ-түлек пластикаһы етештереү өсөн файҙаланыласаҡ.

"Йыйылған ике миллиард пэт-шешә – мөһим экологик ҡаҙаныш, айырыуса Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө кеүек әһәмиәтле спорт ваҡиғаһы барышында. Экология тураһында хәстәрлек күреү һәм ябыҡ цикл принциптарын индереү сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереү менән бергә бара ала һәм барырға тейеш тә, тигәнде дәлилләй был. Пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, икенсел сеймалды ҡулланып СИБУРҙың Vivilen гранулаларын етештереүе – республикабыҙ ғына түгел, бөтә ил өсөн таҙараҡ һәм экологик яҡтан яуаплыраҡ киләсәккә аҙым”, - тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов.

Сарала ҡатнашыусылар спортҡа һәм әүҙем ялға ҡарата һөйөүен күрһәтте, шулай уҡ экологик йәшәү рәүеше буйынса мөһим башланғысты хупланы. Йәйәү йөрөү көнө спорт байрамынан тыш, экологик яуаплы ҡулланыуҙың мөһимлеге тураһында хәтергә төшөрөүгә лә сәбәп булды.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: