Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Октябрь , 15:15

Социаль эшҡыуарлыҡ инвалидтар мәсьәләһен хәл итәсәк

Сарала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында социаль предприятиеларға ярҙам итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Социаль эшҡыуарлыҡ инвалидтар мәсьәләһен хәл итәсәк
Социаль эшҡыуарлыҡ инвалидтар мәсьәләһен хәл итәсәк

Өфөлә III Бөтә Рәсәй “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форум-күргәҙмәһе барышында “ Социаль эшҡыуарлыҡ – инвалидтарҙың мәшғүллеген тәьмин итеү инструменты ” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Сарала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында социаль предприятиеларға ярҙам итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ, тип хәбәр иттеләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында.

Сарала ҡатнашыусылар инвалидлыҡҡа эйә граждандарҙы эшкә урынлаштырыу, был категорияға ингән граждандар категорияһына иртә осорҙа профессиональ йүнәлеш биреү, хеҙмәт шарттарын булдырыу мәсьәләләрен ҡараясаҡ.Түңәрәк өҫтәлдә төбәк власть органдары, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү федераль фондтары, бизнесҡа булышыу институттары, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре һәм эксперттар ҡатнашасаҡ.Шулай уҡ социаль эшҡыуарлыҡ, үҙмәшғүллек өлкәһендә эшләүселәрҙе, шул иҫәптән, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы ла саҡырасаҡтар.

“Социаль эшҡыуарлыҡ инвалидтарҙың мәшғүллеген хәл итеү, уларҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеү өсөн әһәмиәтле инструмент булып тора. Түңәрәк өҫтәл уңышлы тәжрибә һәм башланғыстар менән уртаҡлашыу  һәм инклюзив мөхит булдырыу буйынса власть, бизнес һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһындағы диалог өсөн  майҙан буласаҡ”,– тип белдерҙе эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

 Сара 24 октябрҙә “Торатау”  Конгресс-холында  16:30 сәғәттә башлана. ”Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысы” милли проектының (“Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсаты –  бизнесты уның бөтә үҫеш этаптарында, старт идеяһынан алып киңәйгәнгә һәм экспортҡа сыҡҡанға тиклем яҡлау.Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” ҡарары буйынса 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Фото:Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: