Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Октябрь , 09:30

Тере Таныпҡа ике мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелде

Һәр балыҡтың ауырлығы өс грамдан кәм түгел, был ҙур һыуҙа һәйбәт үҫеп китеүе өсөн бик мөһим.

Тере Таныпҡа ике мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелде
Тере Таныпҡа ике мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелде

Башҡортостанда Тере Танып йылғаһы ике мең ҡыҙыл китап уҡбалығы селбәрәһе менән тулыланды. Селбәрә Сыбаркүл балыҡ заводы экологик компенсация саралары барышында һәм “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә республикала уҡбалыҡ популяцияһын арттырыу маҡсатында “Сыбаркүл балыҡ заводы” компанияһы аҡсаһына сығарылды.

Балыҡтарҙы Пермь крайынан алып килгәндәр һәм Рәсәй балыҡсылығының Волга-Кама территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Кама-Урал филиалының мониторинг, һыу биологик ресурстарын һаҡлау һәм балыҡсылыҡты ойоштороу буйынса бүлеге вәкилдәре, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарауында Борай районының Борай ауылы янындағы һыу объектына сығарғандар.

Селбәрәләрҙе сығарыу процедураһы күп этаплы – тәүҙә уларҙы яһалма һыу ятҡылығынан балыҡ питомнигында тоталар, үлсәйҙәр һәм махсус транспортта һыу ятҡылығы буйына алып баралар. Селбәрәләр республиканың һыу объекттарында йәшәүгә әҙер. Һыу объектына селбәрәләрҙе температураһы һәм аэраторҙары көйләнгән контейнерҙарҙа алып барғандар. Һәр балыҡтың ауырлығы өс грамдан кәм түгел, был ҙур һыуҙа һәйбәт үҫеп китеүе өсөн бик мөһим.

– Бөгөн күп кенә компанияларҙың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоно кәметеү өлкәһендә лидерҙар позицияһына өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуйыуы, шулай уҡ тәбиғәт ресурстарын һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса бер нисә комплекслы программаны тормошҡа ашырыуы ҡыуандыра, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: