Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Октябрь , 10:30

Урмансылар паркын төҙөкләндереү тамамлана

Бында биш объект яңыртыла: пикник зонаһы, ҙур һәм бәләкәй спорт майҙансығы, балалар биләмәһе һәм велосипед юлдары ла булдырылған  йәйәүлеләр һуҡмағы.

Урмансылар паркын төҙөкләндереү тамамлана
Урмансылар паркын төҙөкләндереү тамамлана

Өфөлә Башҡортостандың Урмансылар паркын реконструкциялау эштәре бара. Был РФ Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Эштәр тамаланыуға табан бара, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәте.

Бында биш объект яңыртыла: пикник зонаһы, ҙур һәм бәләкәй спорт майҙансығы, балалар биләмәһе һәм велосипед юлдары ла булдырылған  йәйәүлеләр һуҡмағы.

Спорт зонаһында ике – ҙур һәм бәләкәй футбол яланы, ике волейбол майҙансығы, баскетбол һәм стритбол майҙансыҡтары, йүгереү юлы һәм күнекмәләр өсөн урын була. Паркта воркаут урыны (инглиз һүҙе, асыҡ һауала күнекмәләр эшләүгә тәғәйенләнгән ер – авт.), пинг-понг өҫтәлдәре һәм шахмат уйнар өсөн уңайлы майҙансыҡ ҡуйылған.

Балалар майҙансығында төҙөүселәр ағастан яһалған ҡоролмаларҙы ҡуйған да инде, йәрәхәттән аралай торған япманы ла һалып бөтөп киләләр.

Биләмәлә өҫтәмә яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү ҙә ҡуйыла. Парктың әҙерлеге әле 85 процент тәшкил итә. “Реконструкцияны 1 ноябргә тамамларға ниәтләйбеҙ. Тиҙҙән парк ғаилә менән булыр, әүҙем ял итер өсөн тағы ла уңайлыраҡҡа әйләнер”, - тип вәғәҙә итә Өфө хакимиәте етәксеһе Р. Мәүлиев.

Фото: hgtrk.tv/novosti/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: