Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Октябрь , 10:30

Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы юлы яңыртылды

Был юлдан көн һайын көн һайын 2700-ҙән ашыу автомобиль үтә

Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы юлы яңыртылды
Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы юлы яңыртылды

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты  ярҙамында Саҡмағош районында Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы трассаһы ремонтланды. Был хаҡта транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Эшселәр Яңы Балтас ауылынан Байбулат ауылы йүнәлешендәге 3,5 километр оҙонлоҡтағы участканы норматив хәлгә килтерҙе. Төҙөүселәр асфальт-бетон япманы яңыртты, юл ситтәрен нығытты һәм билдәләр ҡуйҙы. Ремонт арҡаһында улар күп кенә ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн хәүефһеҙ юл булдырҙы.

– Был йүнәлеш Башҡортостандың терәк юл селтәренә инә. Был юл өс райондың район үҙәктәрен тоташтыра. Шуға күрә бында трафик ярайһы уҡ юғары – көн һайын 2700-ҙән ашыу автомобиль үтә, – тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") илдең юлдарын уңайлы һәм хәүефһеҙ итергә тейеш. Милли проекттың төп маҡсаты – 2030 йылға юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү: 100 мең кешегә дүрт кеше һәләк булған. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостандың Транспорт министрлығынан.

Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы юлы яңыртылды
Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы юлы яңыртылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: