Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Октябрь , 08:30

Салауатта "Фото просто" студияһы асылды

Йәш фотографтар фотоларҙың барлыҡҡа килеү тарихын белде, фотоаппараттың үҙенсәлектәрен асыҡланы һәм төп фотоһүрәт терминдары менән танышты.

Салауатта "Фото просто" студияһы асылды
Салауатта "Фото просто" студияһы асылды

22 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында яңы быуын китапханаһында “Фото просто” фотомәктәбе студияһы эшләй башланы. Был “Мәҙәниәт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Милли проект буйынса мәҙәниәт учреждениеһында ремонт яһалған, яңы заманса урындар асылған, компьютер, офис, интерактив, тауыш, яҡтыртыу ҡорамалдары, еңел автомобиль автотренажеры, мультипликациялы 3D -лаборатория, телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар һәм китап сканеры һатып алынған.

Йәш фотографтар фотоларҙың барлыҡҡа килеү тарихын белде, фотоаппараттың үҙенсәлектәрен асыҡланы һәм төп фотоһүрәт терминдары менән танышты. Уҡыусылар студиялағы эше тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты: “Фото бөгөнгө тормошобоҙҙоң байтаҡ өлөшөн биләй. Фотоһүрәттәрем иғтибарҙы йәлеп итһен өсөн фотоға төшөргә өйрәнергә теләр инем”.

"Хәҙерге фото стереотиптарҙы боҙа. Кадрҙар булдырыу идеяларҙы сағылдырыуҙа тулы азатлыҡты, яңы, классик төшөрөү алымдарын, шулай уҡ бик күп ижадты файҙаланыу менән бөтөнләй яңы алымды күҙ уңында тота. Хәҙер иһә, милли проект ярҙамында ҡалабыҙҙа фотоға төшөрә башлау һәм өйрәнеү өсөн шарттар булдырылғас, был тағы ла еңелләште”, – тип билдәләнеләр ҡала хакимиәтендә.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Салауат хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: