Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Октябрь , 09:30

Тәтешлеләр көтөп алды

Тәтешле районында универсаль күп профилле спорт майҙансығы асылды. 

Тәтешлеләр көтөп алды
Тәтешлеләр көтөп алды

Башҡортостандың Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә төҙөлгән универсаль спорт майҙансығын асыу тантанаһы үтте.

Яңы спорт майҙансығы ауылдың үҙәгендә урынлашҡан һәм спорт менән шөғөлләнеү, әүҙем ял итеү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында төрлө спорт төрҙәре, шул иҫәптән футбол, баскетбол, волейбол өсөн уйын зоналары бар. Хәҙер Тәтешлеләрҙең спорт менән шөғөлләнеү, хәрәкәт иткән уйындарҙа уйнау, сәләмәтлек өсөн файҙалы ваҡыт уҙғарыу һәм саф һауала әүҙем ял итеү мөмкинлеге бар.

Район халҡы яңы спорт майҙансығы асылыуын шатланып ҡаршы алды. Улар ошо сара йәштәрҙе һәм бөтә спорт яратыусыларҙы йәлеп итеү урынына әүерелер тигән ышаныс белдерҙе. Асыу тантанаһынан һуң теләге булғандарҙың барыһы ла яңы майҙансыҡҡа үтеп, волейбол һәм баскетбол уйындары барышын ҡарай алды.

“Был майҙансыҡ бөтә йәштәгеләр өсөн спорт һәм әүҙем ял менән шөғөлләнеү өсөн шәп урын булыр. Ул районыбыҙҙа физик культураны һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүгә булышлыҡ итер тип ышанабыҙ ”, - тип билдәләне Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәтешле районы хакимиәте.

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: