Өфөлә “Эшлекле абруй” II Федераль премияһын тапшырыу тантанаһы үтте, премияға Ҙур Уралдың иң яҡшы бизнес-ледиҙары лайыҡ булды. Был сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо. Ул төбәк бизнесын һәм иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индергән күренекле эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйҙы.
139 номинанттан торған исемлек халыҡ тауыш биреүе өсөн сайтта урынлаштырылған, уның барышында ике аҙна эсендә финалсылар өсөн 34 мең тауыш бирелгән. Финалсыларҙың анкеталарын эксперт жюрийы баһаланы.
Сибай эшҡыуар ҡатын-ҡыҙы, “Еж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Динара Әбсәләмова “Ритейл һәм маркетинг” номинацияһында еңеүсе булды. Жюри уның компания менән идара итеүҙәге уңышлы эшен һәм инновацион алымын баһаланы, был юғары профессионализм кимәлен һәм үҫешкә ынтылышты билдәләй. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, эшҡыуар консультация ярҙамы алды.
Динара Әбсәләмова һәләтле һәм дәртле ҡатын, уны бер урында ултырған итеп күрмәҫһең: һәр ваҡыт эштә, һәр саҡ кешеләр араһында. Ул күптәрҙе үҙенең өлгөһөндә ныҡышмалылыҡ һәм креатив фекерләү менән бизнеста юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп булыуын күрһәтеп, илһамландыра. Был награда уның ҡаҙаныштарын раҫлауҙан тыш, артабанғы үҫеше өсөн этәргес булып тора.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте.