Милли проекттар
26 Октябрь 2024, 04:30

Бер юлы – автоматлаштырылған биш эш урыны

Процестарҙы автоматлаштырыу ҡағыҙ документацияһы күләмен кәметергә , ваҡытты һәм ресурстарҙы экономияларға ярҙам итә.

Бер юлы – автоматлаштырылған биш эш урыныБер юлы – автоматлаштырылған биш эш урыны
Бер юлы – автоматлаштырылған биш эш урыны

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының берҙәм һанлы контур булдырыу төбәк  программаһына ярашлы, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһына  тәүге звено кабинеттарын йыһазландырыу өсөн биш яңы автоматлаштырылған эш урыны  алынды.

Терапевт, невролог,рентгенолог һәм ультратауыш диагностикаһы табиптарыныңы эш урындары яңы компьютерҙар менән йыһазландырылды. Заманса мәғлүмәт технологияларын индереү күп процестарҙы  автоматлаштырырға ярҙам итә. Был үҙ сиратында пациенттарҙың көтөү ваҡытын ҡыҫҡарта һәм медицина мәғлүмәтенән файҙаланыу мөмкинлеген арттыра. Электрон яҙмаларға күсеү пациенттар тураһындағы мәғлүмәтте һаҡларға һәм эшкәртергә ярҙам итә. Табиптар ауырыу тарихы, анализ һөҙөмтәләре һәм башҡа мәғлүмәттәр менән танышыу мөмкинлегенә эйә.Процестарҙы автоматлаштырыу ҡағыҙ документацияһы күләмен кәметергә , ваҡытты һәм ресурстарҙы экономияларға ярҙам итә. Бынан тыш, дистанциянан тороп консультация биреү мөмкинлеге арта.

– Дауаханаларҙы һәм поликлиникаларҙы компьютерлаштырыу медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыуҙан тыш, ресурстар менән идара итеүгә юл аса.Яңы ҡорамалдарға һәм технологияларға инвестициялар пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға, медицина учреждениелары эшмәкәрлегенең тәьҫирлеген күтәрергә ярҙам итәсәк, – тине дауахананың баш табибы Сергей Иванов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас