Милли проекттар
26 Октябрь 2024, 03:30

Еҙем буйҙары таҙарҙы

Экологтар “Еҙем” тәбиғәт паркында өмә үткәрҙе.

Еҙем буйҙары таҙарҙыЕҙем буйҙары таҙарҙы
Еҙем буйҙары таҙарҙы

Сарала тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәренән тыш Еҙем урман хужалығы вәкилдәре, Имәндәш ауылы мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.

Имәндәш ауыл советы йыйылған сүп-сарҙы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сығарыу өсөн трактор бүлде. Өмәселәр бергәләп трактор арбаһын тултырған.

Тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, яр буйҙарындағы сүп тәү сиратта туристар үҙҙәре артынан ҡалдырған шешәләр, пакеттар, аҙыҡ ҡалдыҡтарынан тора. Айырыуса утлыҡтар эргәһендә сүп күп.

“Таҙа яр” экология акцияһы “Экология” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә үтте.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фотолар Башҡортостандың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһынан алынды.

Еҙем буйҙары таҙарҙы
Еҙем буйҙары таҙарҙы
Еҙем буйҙары таҙарҙы
Еҙем буйҙары таҙарҙы
Еҙем буйҙары таҙарҙы
Еҙем буйҙары таҙарҙы
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас