Милли проекттар
26 Октябрь 2024, 05:30

Учалының ике ауылында мобиль элемтә булдырылды

Дөйөм алғанда, ике ауылда 1,5 мең самаһы кеше йәшәй. Хәҙер улар тотороҡло элемтә һәм дүртенсе быуын мобиль интернет менән ҡуллана ала. 

Учалының ике ауылында мобиль элемтә булдырылдыУчалының ике ауылында мобиль элемтә булдырылды
Учалының ике ауылында мобиль элемтә булдырылды

Учалы районының Рысай һәм Илсе ауылдарында мобиль элемтә барлыҡҡа килде. Телеком-ҡорамалды «Һанлы иҡтисад» милли проекты маҡсаттарына ярашлы «МегаФон» операторы ҡуйған, тип хәбәр иттеләр төбәктең Дәүләт идара итеүен һанлы үҫтереү министрлығынан.

Дөйөм алғанда ике ауылда 1,5 мең самаһы кеше йәшәй. Хәҙер улар тотороҡло элемтә һәм дүртенсе быуын мобиль интернет менән ҡуллана ала. Улар дуҫтары һәм туғандары менән аралашыу, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы, банк сервистары һәм белем биреү онлайн-платформалары менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булды. Шулай уҡ поликлиникаға яҙылыу һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн онлайн түләү, секунд эсендә яңылыҡтарҙы белеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

«Ауыл ерендә элемтә хеҙмәттәрендә айырыуса ҡаланан ситтә йәшәгән абоненттарыбыҙҙың дата-трафигы даими арта барыуын дәлилләй. Бер йылда был күрһәткес 20 процентҡа артҡан. Ландшафтың урынлашыуы, үҙенсәлектәре һәм халыҡтың тығыҙ булмауы арҡаһында ҡайһы бер ауылдарҙа япманың киңәйеүе ҡыйынлашыуы ихтимал, әммә беҙ социаль йүнәлеш яҡлыбыҙ һәм ошо эште дауам итәбеҙ», - тип хәбәр итте «МегаФон»дың Башҡортостандағы директоры Дамир Байгилдин.

«Һанлы иҡтисад» милли проекты (национальный проект «Цифровая экономика») иҡтисадта һәм социаль өлкәлә һанлы технологияларҙы тиҙ индереүгә, юғары технологиялы бизнес өсөн шарттар булдырыуға, глобаль баҙарҙа илдең конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүгә, милли именлекте нығытыуға һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: https://gtrk.tv

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас