Башҡортостанда 2024 йылдың туғыҙ айы һөҙөмтәһе буйынса “Бәләкәй күләмдәге сауҙа агрегаторы” мәғлүмәт ярҙамсы системаһында аккредитацияланған тәьмин итеүсләр һаны 15,5 мең эшҡыуар тәшкил иткән. Былтырғы туғыҙ ай менән сағыштырғанда теркәлгән тәьмин итеүселәр һаны 21 процентҡа артҡан. ”Бәләкәй күләмдәге сауҙа агрегаторы” 600 мең һумға ҡәҙәр дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙарында ябайлаштырылған процедуралы мәғлүмәт системаһын тәшкил итә.
– Аҙ күләмдәге һатып алыуҙарҙы һанлаштырыу һатып алыу процесын һиҙелерлек ябайлаштыра, дәүләт һатып алыуҙарына тәьмин итеүселәрҙе киңерәк йәлеп итеүгә булыша. ”Бәләкәй күләмдәге сауҙа агрегаторы” системаһында контракттар ҡыҫҡа ваҡытта дистанцион рәүештә электрон ҡултамға ярҙамында төҙөлә, – тип билдәләне Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Гөлшат Арыҫланова.
Быйылғы туғыҙ айҙа һатып алыуҙарҙа ҡатнашыуға 45,1 меңдән ашыу заявка бирелгән. Тәьмин итеүселәр уларҙа әүҙем ҡатнаша. Хәүефһеҙлек хеҙмәттәре һәм уларҙы тәьмин итеү ҡорамалдарына – 3,5 мең, йыйыштырыу хеҙмәттәре һәм биләмәне төҙөкләндереүгә – 3 мең, компьютер һәм селтәр ҡорамалдарына – 2,9 мең, төҙөлөш һәм ремонт эштәренә – 2,8 мең, туҡланыу продукттарына 2,6 мең заявка бирелгән.
”Бәләкәй күләмдәге сауҙа агрегаторы”системаһы бөтә тәьмин итеүселәр өсөн дә асыҡ, ошо һылтама буйынса инә алаһығыҙ https://zakaz.bashkortostan.ru/
“Һанлы иҡтисад” ( национальный проект “Цифровая экономика”) милли проекты – 2019 йылдан 2024 йылға тиклем илдә индерелгән милли проекттарҙың береһе. Был милли проект эсенә түбәндәге федераль проекттар ингән: мәғлүмәт инфраструктураһы, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, яһалма интеллект, һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар, һанлы мөхитте норматив көйләү, һанлы технологиялар, һанлы дәүләт идараһы.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, дөйөм һәм урта белем алыу кимәлендә яңы белем технологияларын индереү, уҡыусыларҙың белем процесына һәм һөнәр алыуға мотивацияһын күтәреү,”Технология” өлкәһендә уҡытыу ысулдарын камиллаштырыу, профессиональ йүнәлеш биреү мөһим.