Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Октябрь , 09:30

Ҡалмашта яңы медицина пункты асылды

Бында 38 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған фельдшер Римма Минилбаева эшләй.

Ҡалмашта яңы медицина пункты асылды
Ҡалмашта яңы медицина пункты асылды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡалтасы  районының Ҡалмаш ауылында  яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул күрше Сәүәләшбаш һәм   Яңы Туҡран ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерәсәк.

Ҡалмаштар өсөн ауылда медицина учреждениеһының асылыуы ҙур ваҡиға. Бында 38 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған фельдшер Римма Минилбаева эшләй.

– Был ҙур эште атҡарып сыҡҡан һәр кемгә рәхмәт әйткем килә, – ти Римма Минилбаева. – Яңы бинала йылы, яҡты. Бөтә тейешле ҡорамалдар бар. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тырышасаҡбыҙ.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.  Процедуралар үткәреү өсөн уңайлы кабинеттар булдырылған. Тимәк, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ҡалтасы районы биләмәһендә ете модулле пункт һәм өс стационар фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән дә инде.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: https://gtrk.tv/novosti/368184-derevne-kalmash-kaltasinskogo-rayona-bashkirii-otkrylsya-novyy-fap

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: