Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Октябрь , 08:40

Мөһим станок илдә беренсе булып Өфөлә яһалды

Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары Рәсәйҙә беренсе булып электр ярҙамында ҡоролай полировкалау станогын яһаған.

Мөһим станок илдә беренсе булып Өфөлә яһалды
Мөһим станок илдә беренсе булып Өфөлә яһалды

Электр ярҙамында ҡоролай полировкалау – ул заманса технология, әйберҙең үлсәмдәрен үҙгәртмәйенсә тышҡы яғын ялтыратырға ярҙам итә.

– Ҡатмарлы формалағы деталдәрҙе электр менән ҡоролай полировкалау технологияһын уйлап табыу шуныһы менән әһәмиәтле: ул авиация газ турбинаһы двигателдәренең сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә, – тине университеттың электр ярҙамында ҡоролай полировкалау лабораторияһы етәксеһе профессор Николай Криони.

Яңы станок өҫтөндә эштәр “Фән һәм университеттар” милли проектына (нацпроект “Наука и университеты”) ярашлы двигателдәр етештереүҙә һәм атом энергетикаһында импортты алмаштырыуға йүнәлтелде, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы.

“Фән һәм университеттар” милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙе өҫтөнлөклө өлкәләрҙә яңы технологиялар уйлап табыу буйынса донъя лидерҙары рәтенә индереү. Ғалимдарға илебеҙҙә йәшәү һәм эшләү уңайлы булһын өсөн шарттар булдырыла, был өлкәгә йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсатында фәнде таратыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса программа эшләй башланы. Тикшеренеүселәрҙе алдынғы ҡорамалдар һәм инфраструктура менән тәьмин итәләр. Ошо һәм башҡа милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан.

Мөһим станок илдә беренсе булып Өфөлә яһалды
Мөһим станок илдә беренсе булып Өфөлә яһалды
Мөһим станок илдә беренсе булып Өфөлә яһалды
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: