Төбәктең компетенциялар үҙәге хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағында Федераль үҙәктең сертификацияһын уңышлы үтте. Уның барышында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының (национальный проект “Производительность труда”) стандарттарына ярашлылығы билдәләнде.
Төбәктең компетенциялар үҙәге эшен Федераль компетенциялар үҙәге, Ырымбур, Киров өлкәләренең, Удмуртияның вәкилдәре баһаланы.
-Башҡортостанда беҙ ике предприятиены ҡараныҡ. “Орбита” ла диагностика һәм планлаштырыу этабы тамамланды, хәҙер предприятиеға үҙ аллы саралар планын тормошҡа ашырыу мөһим. “Меганың ҡорос ишектәре” компанияһында эксперттар эште тамамлаған, рекомендациялар үтәлгән, - тине Федераль компетенциялар үҙәге эксперты Дмитрий Маслов.
Сертификация сиктәрендә предприятиеларҙа төбәктең компетенциялар үҙәге эше баһалана, уҡытыу сифаты, эште ойоштороу кимәле билдәләнә.
-Төбәктең компетенциялар үҙәге предприятиелар менән берлектә һаҡсыл производство технологияларын индереү өсөн булдырылған. Был иһә ҙур финанс сығымдарһыҙ ғына етештереүсәнлекте күтәрергә булышлыҡ итә. Был практика һорау менән файҙаланыла. Сөнки өҫтәмә ресурстарһыҙ продукция етештереүҙе уртаса 1.5 тапҡырға арттырырға мөмкин, - тине республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Был саралар ил президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.