Милли проекттар
31 Октября 2024, 03:30

Башҡортостанда “Таҙа һыу” проекты буйынса эштәр дауам итә

2019 йылда “Таҙа һыу” федераль программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостанда эсәр һыу менән тәьмин итеүсе 17  объект файҙаланыуға тапшырылған

Башҡортостанда “Таҙа һыу” проекты буйынса эштәр дауам итәБашҡортостанда “Таҙа һыу” проекты буйынса эштәр дауам итә
Башҡортостанда “Таҙа һыу” проекты буйынса эштәр дауам итә

Башҡортостан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Проекттың маҡсаты – ҡала һәм ауыл халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу. Был программа буйынса йәлеп ителгән федераль аҡса күләме йәһәтенән республика Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә һигеҙенсе урынды биләй.

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итеүенсә,

2023 йылда Әлшәй, Бөрө, Күгәрсен, Туймазы, Хәйбулла, Өфө, Краснокама, Иглин, Шишмә райондарында һәм Өфөлә эсәр һыу менән тәьмин итеү объектын төҙөү (яңыртыу) маҡсаты ҡуйылған. Шулай уҡ Ҡыйғы һәм Кушнаренко райондарында яңы объекттар файҙаланыуға тапшырылған. Был маҡсатҡа 1 215,2 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 1 190,9 миллион һум аҡса бүленгән булған.

2024 йылда Өфө ҡалаһы, Бөрө, Кушнаренко, Туймазы һәм Шишмә райондарында һыу менән тәьмин итеү объекттарын ҡулланышҡа индереү күҙаллана. Бының өсөн 792,3 миллион һум бүленгән, шуның 776,4 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан.

Ғөмүмән, 2019 йылда “Таҙа һыу” федераль программаһы  башланғандан алып Башҡортостанда 17 эсәр һыу менән тәьмин итеү объекты файҙаланыуға тапшырылған, 6-һында эштәр дауам итә. Проект ярҙамында республика халҡының сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән өлөшө 87,6 проценттан 91 процентҡаса артҡан.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (нацпроекта Жильё и городская среда”) Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ" агентлығы.

                                         

Башҡортостанда “Таҙа һыу” проекты буйынса эштәр дауам итә
Башҡортостанда “Таҙа һыу” проекты буйынса эштәр дауам итә
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас