Бынан алда Рәүис Камалов бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһы буйынса финанс ярҙамынан файҙаланған – плазмалы ҡырҡыу станогын һатып алыуға киткән сығымдың бер өлөшөн ҡаплаған.
Эшҡыуар бына инде 20 йылдан ашыу сүкелгән әйберҙәрҙе проектлау һәм етештереү менән шөғөлләнә. Ул гараждар, ҡапҡалар, ҡыуыштар, эскәмйәләр, мейестәр, мангалдар, үҫемлектәрҙе һалҡындан һаҡлап үҫтереү өсөн ҡоролмалар сығара. Ауыл хужалығы техникаһы өсөн ҡорамалдар, шул иҫәптән тейәгестәр һәм тырмалар ҙа етештерә.
Рәүис Камаловтың тауары Башҡортостанда ғына түгел, Һамар, Силәбе, Рязань һәм Ырымбур өлкәләрендә, Татарстан, Удмурт һәм Коми республикаларында ла һатыла.
– “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы ойошторолған “эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” бизнесмендар һәм власть органдары өсөн аралашыу майҙанын булдыра, унда ҡатнашыусыларға көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерергә, консультация алырға һәм төрлө хәлдән сығыу юлдарын бергә эҙләү мөмкинлеген бирә, – тип аңлатма бирҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылды һәм 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла, улар май указдарын үтәүгә булышлыҡ итә.
Фото: www.pravitelstvorb.ru