Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Октябрь 2024, 11:30

Эш урындары даими яңыртыла

Яңы техника ярҙамында телемедицина консультацияларын үткәрергә  мөмкин.

Эш урындары даими яңыртыла
Эш урындары даими яңыртыла

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Туймазы дауаханаһына амбулатор һәм стационар звеноһы хеҙмәткәрҙәренең эш урындарын йыһазландырыу өсөн өс компьютер алынды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Яңы ҡорамалдар республика медицина мәғлүмәт системаһының эш талаптарына яуап бирә. Улар ярҙамында табип пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙа, электрон карталарҙы алып бара, йүнәлтмәләр, льготалар әҙерләп бирә. Яңы техника ярҙамында телемедицина консультацияларын үткәрергә  мөмкин.

–Хәҙерге ваҡытта эш темпы даими яңырыуҙы һәм оргтехниканы яңыртыуҙы, автоматлаштырылған эш урындары менән тәьмин итеүҙе  талап итә. Заманса ҡорамалдар эш өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтә. Һөҙөмтәлә төпкөл ауылда эшләгән фельдшер ҙа  интернеттан файҙалана, заманса оргтехника менән тәьмин ителә ала, – тине дауахананың баш табибы Илдар Гәрәев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: