Милли проекттар
1 Ноябрь 2024, 02:30

Ағиҙелдә ҡала патриотик йырҙар конкурсы үтте

Конкурста төрлө мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларынан балалар ҡатнашты, улар Ватанға һөйөү һәм уның геройҙарына ихтирам тойғоһон сағылдырыусы сағыу һәм тулҡынландырғыс номерҙар менән сығыш яһаны.

Ағиҙелдә ҡала патриотик йырҙар конкурсы үттеАғиҙелдә ҡала патриотик йырҙар конкурсы үтте
Ағиҙелдә ҡала патриотик йырҙар конкурсы үтте

Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһында Рәсәй патриоттарына арналған "Вокаль марафон" ҡала патриотик йырҙар конкурсы уҙҙы. Сараны "Мәғариф" милли проектының "Граждандарҙы патриотик тәрбиәләү" федераль проекты маҡсаттарына ярашлы "Савитар" өҫтәмә белем биреү үҙәге һәм мәғариф бүлеге ойошторҙо.

Конкурста төрлө мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларынан балалар ҡатнашты, улар Ватанға һөйөү һәм уның геройҙарына ихтирам тойғоһон сағылдырыусы сағыу һәм тулҡынландырғыс номерҙар менән сығыш яһаны. Конкурс бихисап тамашасыларҙы йыйҙы, улар һәр сығышты ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам менән ҡаршы алды. Залда йәш артистар башҡарыуында патриотик йырҙар яңғыраны. Улар үҙ номерҙарына ихлас хис-тойғолар һалды.

Тәжрибәле музыканттарҙан һәм уҡытыусыларҙан торған жюри һәр сығышты ентекле баһаланы, вокаль мәғлүмәттәргә генә түгел, артистизмға һәм тематикаға тап килеүгә лә иғтибар итте.

"Вокаль марафон" таланттарҙы асыҡлау майҙансығынан тыш, ҡала йәштәре араһында илһөйәрлек рухын нығытыусы мөһим ваҡиғаға ла әүерелде.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас