Башҡортостан предприятиелары “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм остазлыҡ” форумында ҡатнашасаҡ. Был сара 28 ноябрҙә “Сенеж” идаралығы остаханаһы нигеҙендә үткәрелә, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Форумға “Остазлыҡтың иң яҡшы тәжрибәләре” конкурсының төбәк этабында ҡатнашыусылар йәлеп ителгән.
-Остазлыҡ – “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты предприятиеларында ҡулланған өҙлөкһөҙ яҡшырыу мәҙәниәтенең мөһим элементы. Шуға ла алты йыл дауамында “Остазлыҡтың яҡшы тәжрибәләре” тигән конкурс уҙғарҙыҡ. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм остазлыҡ” форумында быйылғы йылдың конкурс һөҙөмтәләрен барлайбыҙ һәм предприятиеларҙа остазлыҡты үҫтереү алымдарын тикшерәбеҙ, - тине Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Кеферов.
Башҡортостанды форумда “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” күрһәтәсәк. Улар “Яңы алынған хеҙмәткәрҙәргә остазлыҡ” тигән проект менән сығыш яһай. Бынан тыш, “Нефтекама яһалма тире производство берекмәһе” һәм “Стәрлетамаҡ фиброцемент заводы” ла ҡатнаша ала.
Форумда биш номинация буйынса конкурс һөҙөмтәләре билдәләнәсәк. Был саралар ”Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса (национальный проект “Производительность труда”) башҡарыла. Был иһә ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.