Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Ноябрь , 10:30

Башҡортостан – лидерҙар рәтендә

Беҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлегенә иғтибар ҙур.

Башҡортостан – лидерҙар рәтендә
Башҡортостан – лидерҙар рәтендә

2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын (национальный проект “Производительность труда”) тормошҡа ашырыу буйынса лидерҙар төркөмөнә инде. Лидерҙар исемлегенә барлығы 32 төбәк инде. Рейтинг Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан күрһәтелде.

-Иң күп балл йыйып бер юлы дүрт субъект лидерҙар төркөмөн етәкләне. Лидерҙар төркөмөнә 32 төбәк инде, уртаса төркөмдә – 20, артта ҡалған субъекттар юҡ, - тине Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов.

 Рейтинг төҙөгәндә федераль эксперттар етештереүсәнлекте күтәреүҙең яҡшы өлгөләренең ни тиклем киң таралыуын иҫәпкә алды. Хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу буйынса сараларҙың предприятиеларҙа ҡулланылыуы, льготалы кредитлау күләме, төбәк командаларында башҡарыу һәм касса тәртибе ҡаралды. Милли проект тураһында предприятиеларҙың һәм граждандарҙың мәғлүмәтле булыуы, төбәктең ярҙам саралары ла  йоғонто яһаны.

 Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Моратов билдәләүенсә, төбәк командаһы тарафынан комплекслы эш алып барыла, был иһә һөҙөмтәле етештереүсәнлек үҫешенә килтерә.

- 2017 йылда Башҡортостан Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһенә әүерелде. Унда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты механизмдары ҡулланылды. Бөгөнгө көндә 180 –дән ашыу компания һаҡсыл производство ҡоралдарын файҙалана. Милли проект эшләй башлағандан алып унда ҡатнашыуҙан иҡтисади һөҙөмтә Башҡортостан компанияларында 4,4 миллиард һум тәшкил итте, - тине Рөстәм Моратов.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етешетереүсәнлеге” милли проекты заманса производство мәҙәниәтен формалаштыра. Был саралар ил президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенән.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: