Милли проекттар
4 Ноябрь 2024, 04:30

Продукция етештереү арта

Быға милли проект һөҙөмтәһендә өлгәшәләр.

Продукция етештереү артаПродукция етештереү арта
Продукция етештереү арта

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Производительность труда”) көнкүреш газ ҡаҙанлыҡтары өсөн төтөн йөрөү системалары етештереүсе “Техномаш” компанияһы продукция етештереүҙе 60 процентҡа арттырған, айына 25 мең берәмектән 40 меңгә тиклем еткергән.

 Предприятие һаҡсыл технологияларҙы былтыр октябрь айынан ҡуллана, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Һөҙөмтәлә, процесс барышының ваҡыты ҡулайлаштырыла, етештереү ҡеүәте арта. Был мәсьәләлә компанияға ярҙамды республика төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары күрһәтә.

 - Компанияла проект офисы булдырылған, башҡа участкаларҙа һаҡсыл производство принциптарын индерә лә инде, – тине республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. – База ҡоралдарын тормошҡа ашырыуҙан тыш, хеҙмәткәрҙәр “Производство процестары фабрикаһы”нда уҡый. Бында улар белемдәрен нығыта, республика компаниялары менән тәжрибә уртаҡлаша.

 Предприятие етәксеһе Вадим Ильясов үҙ сиратында түбәндәгеләрҙе билдәләне:

- Төбәкт компетенциялар үҙәге ярҙамы менән артыҡ финанс сығымдарһыҙ, эске резервтар иҫәбенә продукция етештереүҙе ике тапҡырға тиерлек арттыра, сығымдарҙы кәметә алдыҡ. Беҙ төбәктең компетенция үҙәге эксперты Александр Кириллов менән берлектәге эш менән ҡәнәғәтбеҙ. Ул асыҡланған проблемаларҙы үҙ аллы хәл итеүгә йүнәлеш бирҙе.

Әлеге саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас