Милли проекттар
5 Ноябрь 2024, 03:30

Ул ҡалала тәғәмхана асырға теләй

Яңауыл районында эшҡыуарҙар сәғәтендә яңы эш башлаған эшҡыуарға ярҙам иттеләр.

Ул ҡалала тәғәмхана асырға теләйУл ҡалала тәғәмхана асырға теләй
Ул ҡалала тәғәмхана асырға теләй

Йыл башынан алып “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың Яңауыл районында 42 эшҡыуарлыҡ сәғәте үткәрелде.

Аэлита Әхмәтова Яңауылда үҙенең тәғәмханаһын асырға планлаштыра. Был эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүгә нисек рөхсәт алырға? Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ул Яңауыл районы хакимиәте белгестәренә ошондай һорау менән мөрәжәғәт итте.

“Тәғәмхана асыу идеяһы ғаиләлә тыуҙы. Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә йәшәйбеҙ һәм күптән буш торған бинаны ҡараныҡ. Урындағы халыҡ өсөн йәмәғәт туҡланыуы объектын төҙөкләндерергә теләнем”, - тип һөйләй проекттың инициаторы.

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусыны эшҡыуарлыҡты теркәү мәсьәләләре, шулай уҡ рөхсәт документтары исемлеге һәм тәғәмхананы асыу шарттары ҡыҙыҡһындырҙы.

“Эшҡыуарҙар һалым органында теркәлгәндән һуң эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә ала. Бер үк ваҡытта отчет тапшырыу һәм страховка иғәнәләрен түләү бурысы ла барлыҡҡа килә”, - тине район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса бүлегенең баш белгесе Лилиә Мөхөтдинова.

Эшҡыуарға шулай уҡ һалым һалыу һәм лицензия алыу тәртибе мәсьәләләре буйынса ла консультациялар бирелде.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Яңауыл районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас