Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Ноябрь , 11:30

Байрамға оло бүләк

Балтас районының Иштирәк ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Байрамға оло бүләк
Байрамға оло бүләк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге эвеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Балтас районының Иштирәк ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

 Сарала район хакимиәте, үҙәк дауахана етәкселәре, ауылдаштар, ҡунаҡтар ҡатнашты.

 Яңы медицина пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы урынлаштырылған. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар, кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған. Бында фельдшер, ҡабул итеү кабинеттары, процедура, персонал һәм дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән пациенттар өсөн пандус ҡуйылған.

. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 

Фото:https://baltachevo.bashkortostan.ru/presscenter/news/670733/ 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: