Милли проекттар
7 Ноябрь 2024, 05:30

Ғаризалар ҡабул ителә башланды

Был хаҡта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Ғаризалар ҡабул ителә башландыҒаризалар ҡабул ителә башланды
Ғаризалар ҡабул ителә башланды

Башҡортостанда муниципаль берәмектәрҙең баш архитекторҙарын һөнәри йәһәттән йәнә уҡытыу программаһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланды. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Был хаҡта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

“Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлегенә идара итеүҙе ойоштороу” уҡыу программаһы Өфө дәүләт нефть техник университетының Архитектура һәм төҙөлөшө институты тарафынан республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тарафынан эшләнгән.

Уҡыуҙар киләһе йылдың февралендә башлана тип көтөлә. Программа оҙайлылығы туғыҙ ай тәшкил итә.

“Күп кенә муниципаль берәмектәрҙә архитектура һәм ҡала төҙөлөшө органдарында профилле белемле белгестәр етмәй. Баш архитекторҙарҙың белемен арттырыу ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыуға, мәҙәнни мираҫ һәм тәбиғәт биләмәләрен һаҡлап торлаҡ төҙөлөшөн арттырыуға булышлыҡ итә”, - тип белдерҙе республиканың торлаҡ һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас