Башҡортостанда 2024 йылда урман янғындары майҙаны 97 тапҡырға кәмегән
2024 йылда республика урмандарында янғын сығыуҙар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 97 тапҡырға – 3,4 меңдән 35 гектарға тиклем кәмегән. Ә уларҙың дөйөм һаны 156-нан 15-кә тиклем кәмегән.
Комплекслы иҫкәртеү саралары ярҙамында тотороҡло хәлде һаҡлап ҡалып булды. Улар "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты сиктәрендә техника һәм ҡорамалдар һатып алыуҙы, урман биләмәләренә йыһан мониторингын, авиацияла һәм ерҙә патруллек итеүҙе, шулай уҡ “Урманды һаҡлаусы” системаһы камералары аша ситтән тороп күҙәтеүҙе үҙ эсенә ала.
– Янғындың төп сәбәбе – халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе. Шуның менән бергә янғындарҙың 100 процентын тәүге тәүлектә үк һүндерә алдыҡ, – тип хәбәр итте төбәктең урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов.
Иҫкәртеү саралары башҡа йүнәлештәрҙә лә үткәрелде. Мәҫәлән, республиканың урман хужалығы учреждениелары менән 13 мең километрҙан ашыу янғынға ҡаршы минераллаштырылған һыҙаттар булдырылған һәм яңыртылған. Район хакимиәттәре менән берлектә 961 километр оҙонлоҡтағы тәбиғәт янғындарынан хәүеф янаған тораҡ пункттар тирәләй һөрөү үткәрелгән. Республика халҡы һәм ҡунаҡтары араһында урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтеү буйынса әңгәмәләр һәм лекциялар уҙғарылды.
Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.