Милли проекттар
8 Ноябрь 2024, 03:30

Николо-Березовка ауылы уҡыусылары ГТО нормаһын тапшырҙы

Улар пресс, эйелеү, һикереү, йүгереү, ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү, сыҙамлылыҡҡа йүгереү кеүек ярыш төрҙәрен башҡарҙы.

Николо-Березовка ауылы уҡыусылары ГТО нормаһын тапшырҙыНиколо-Березовка ауылы уҡыусылары ГТО нормаһын тапшырҙы
Николо-Березовка ауылы уҡыусылары ГТО нормаһын тапшырҙы

Краснокама районының Николо-Березовка ауылында урындағы мәктәп уҡыусылары ГТО нормативтарын тапшырҙы.  ГТО комплексы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына инә.

Һынауҙарҙы уҙғарыр алдынан башланғыс класс уҡыусылары 2023 йыл йомғаҡтары буйынса айырма билдәләрен алды. Ул физкультура һәм спорт өлкәһендәге дәүләт наградаһы икәнлеген раҫлаусы таныҡлыҡ менән нығытылған. 

Уҡыусылар пресс, эйелеү, һикереү, йүгереү, ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү, сыҙамлылыҡҡа йүгереү кеүек ярыш төрҙәрен башҡарҙы.

Нормативтар комплексын тапшырыуҙы тест үткәреү үҙәгенең квалификациялы судьялары, тренер-уҡытыусылар, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе вәкилдәре баһаланы.

"Сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә рәхмәт белдерәбеҙ. Николо-Березовка ауылы мәктәбе директорына хеҙмәттәшлеге, физик культураны һәм спортты үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны һәм шәхси өлөш индергәне, Краснокама районында ГТО комплексын алға һөргәне өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ”, – тип билдәләнеләр Краснокама районы хакимиәтендә.

Билдәле булыуынса, “Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Краснокама районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас