Милли проекттар
9 Ноябрь 2024, 04:30

Заман талаптарына ярашлы

Пациенттарҙы фельдшер Клара Купцова хеҙмәтләндерәсәк, ул медицина өлкәһендә 34 йыл эшләй.

Заман талаптарына ярашлыЗаман талаптарына ярашлы
Заман талаптарына ярашлы

Баҡалы районының Ахман ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы,  яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.  Яңы медицина учреждениеһы  заман талаптарына һәм стандарттарына ярашлы төҙөлгән. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә  тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.  Бинала фельдшер, ҡабул итеү, процедура кабинеттары, дарыуҙар һәм кәрәк-яраҡтарҙы һаҡлау өсөн бүлмәләр булдырылған. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән пациенттар өсөн пандус ҡуйылған.

 Пациенттарҙы фельдшер Клара Купцова хеҙмәтләндерәсәк, ул медицина өлкәһендә 34 йыл эшләй. Уның ҡарамағында 349 кеше.

– Бындай бөтә уңайлыҡтар булдырылған медицина пунктында эшләү шатлыҡ ҡына. Ауылдаштарға ла яңы пунктҡа килеү оҡшаясаҡ, сөнки бында йәмле һәм уңайлы, – ти фельдшер.

 Һанлы проектҡа ярашлы, хәҙер ахмандарға һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеге бар.  Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асырға, электрон рецепт яҙырға, телемедицина консультацияһы үткәрергә була.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

.Фото: https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/672594/

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас