Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ноябрь , 09:30

Иглин районында 1225 урынлыҡ яңы мәктәп асылды

Белем усағында белем алыу өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Иглин районында 1225 урынлыҡ яңы мәктәп асылды
Иглин районында 1225 урынлыҡ яңы мәктәп асылды

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Иглин районындағы Иглин ауылының “Йондоҙло” биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп асылды.

Объект төҙөлөшө уҙған йылдың мартында башланғайны. Тәүҙә эштәрҙе 2024 йылдың 15 декабренә тамамлау планлаштырылғайны, ләкин муниципалитет өсөн мөһим проектты графиктан алдараҡ ғәмәлгә ашырып булды. Төҙөлөшкә 1 миллиард 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.

Дүрт ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метр тәшкил итә. Мәктәп дүрт секциянан тора, унда лабораториялар менән 49 уҡыу кабинеты урынлашҡан. Иркен кластарҙан тыш, 500 урынлыҡ ҙур тамаша залы бар. Бында ҙур сәхнә, костюмдар, грим һалыу бүлмәләре һәм декорациялар һаҡлау өсөн бүлмә бар. Бинала 460 урынлыҡ ашхана һәм стоматология кабинеты урынлашҡан.

Яңы мәктәптә тулы кимәлдә белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Уны Иглин ауылы халҡы күптән көтөп алды. Белем биреү учреждениеһын асыу әлегәсә эшләгән мәктәптәрҙе бушатыу, икенсе сменала уҡыусы балалар һанын кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.

– Беҙҙең яңы белем усағы бик матур булды. Балаларға был мәктәптә һәр саҡ йылы, уңайлы булһын. Улар – беҙҙең киләсәгебеҙ, һәм беҙ уларға һәйбәт булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип билдәләне Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Иглин районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: